- Бик күңелле һәм матур 11 мәктәп йылдары үтеп тә китте. Уҡытыусыларыбыҙ беҙгә төплө белем бирҙеләр. Уларҙың аҡыллы кәңәштәрен иҫләп тоторбоҙ. Мәктәп директоры Гөлкәй Хөснөтдин ҡыҙы Шәмсетдиноваға, класс етәксеһе Гөлзиә Фатих ҡыҙына, бөтә уҡытыусыларға, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә рәхмәттәр әйтәбеҙ. Беҙҙең алда ҙур һынауҙар тора, юғары белемгә үрләргә лә үрләргә әле. Ә үҙемдең яҙмышымды медицина өлкәһе менән бәйләргә тигән хыялдар бар. Сығарылыш класс уҡыусыларына уңыштар, имтихандарҙы иҫән-һау тапшырып, теләгән һөнәрҙәргә уҡырға керергә насип булһын.