Все новости
Байрамдар
16 Июня 2020, 12:44

Салбар, күлдәк һәм Артек

...Артекка бөгөн 95 йәш. Ошо юбилей һәм иҫән ҡалған бер фото бына ошондай хәтирәләр уятты. Ҡырым хәҙер беҙҙеке, Артек та, тимәк, беҙҙең ҡулда. Быныһы геосәйәсәт, башҡараҡ тема, әлеге мәлдә, балалар ҡыҙыл галстук таҡмаһа ла, уларҙың, элекке һымаҡ уҡ, ялдарын сифатлы үткәрергә мөмкинселеге булһын ине. Юлдарында һәйбәт педагогтар күберәк осраһын ине.

  • Был сәфәрҙән, ялдан ни бары бер генә фото ҡалған – ҡалғандары әллә ҡайҙа юғалып бөткән, ваҡытында ҡәҙере булмағандыр, күрәһең. Артекта ял итеүгә бәйле фото ул. 1993 йылда, мине, интернатта уҡыған арыу уҡыусы тип һанаптыр, Артекка ебәрҙеләр. Минең менән тағы бер ҡыҙ барҙы - Ғүмәр ауылынан ине ул, хәтерем яңғылышмаһа. Бараһың тип әйттеләр әйтеүен, меңәрләгән бала араһында йөрөгәндә өҫкә кейер йүнле кейем юҡ. Бына бәлә. Үҙемдең быға иҫем китмәй, кейем дә булдымы мал, тик уҡытыусылар өҙмәй ҙә ҡуймай, һиңә кейем кәрәк. Көҙ ине инде, аяҡта сепрәк кроссовки, башҡа кейгән нәмәләрем дә йүнле булмағандыр, ерле юҡҡа ғына тәрбиәселәр һәм уҡытыусылар өҫ-башыма һүҙ тейҙермәҫ. Ҡыҫҡаһы, интернат уҡытыусыларының кемдәрелер, аҡса йыйылышып, мине кейендерҙе. Биш йәшлек бала түгелмен –оят. Унынсыла уҡыйым бит инде. Бирләнә-бирләнә, биргән кейемдәрен кейҙем (салбар, күлдәк, ботинка), кәрәкмәҫ ине, үҙемдеке лә арыу әле, детдом балаһымы ни мин, фәлән-төгән...
    Шулай, әҙәм рәүешле кейенеп-яһанып алғас, Артекка киттек. (Артекты диңгеҙ буйында палаткалар ҡороп ята торған ер икән тип уйлай инем, усаҡ яҡтыһында галстук таҡҡан пионерҙар ултыра, йырҙар йырлайҙар, һыу инәләр, баҡһаң, Артек- үҙе бер ҙур ҡала һымаҡ икән дә, әллә нисәмә матур-матур биналар, кинотеатр, мәктәп, һәйкәлдәр...) Өс тәүлек юл, яңы таныштар (Күмертауҙың БРГИ балалары осраны поезда, мин Ишембайҙа уҡығанда көйөргәҙеләрҙе бик күргән булмағас, ауылдаштарҙы осратҡандай ҡыуанғайным) тураһында яҙып тормайым - оҙаҡҡа китә. Артек, Ҡырым ул саҡта сит ил, Украина ере. Шулай ҙа совет рухы Артекта һаҡланған ине, беҙҙе ҡарап-тәрбиәләп йөрөгән вожатыйҙарҙың белеме, компетенцияһы ул саҡта уҡ иҫте китергәйне. Мәҫәлән, килгән балалар үҙ-ара яҡшы аралашһын тип, ғөмүмән, башҡа енес менән мөғәлләмә итергә өйрәнһен тип, ҡыҙ менән егетте гулять итергә ебәрәләр, китә теге икәү ҡултыҡлашып, аҙаҡ бөтә отряд алдында бер-берең тураһында нимә белгәнеңде һөйләргә кәрәк. Минең дә яҙмышҡа бер матур ғына ҡыҙ эләкте, шустрый ине ул, мин баҙнат итмәгән ерҙә ҡыҙ үҙе ярҙамға килде, минең танауға еҫ күптән ингән, шулай ҙа тегене ҡосаҡлау түгел, ҡултыҡларға ла ҡул бармай, уңайһыҙ. Интернатта ғына рәхәт, теләһә ниндәй ҡыҙҙы ҡосаҡла ла сырҡылдата башла, ә бында улай ярамай, алйот тиерҙәр. Ҡыҙ яғына ҡарамаҫҡа тырышып, үҙем тураһында һөйләнем, уға һорауҙар биргән булдым. Вожатыйҙарҙың был алымы бик уңышлы алым ине, ят кеше менән нисек мөнәсәбәткә инергә өйрәтә. Ауылда йәки интернатта ғына ул, тиҫтерҙәреңә Һәй тип өндәшһәң дә бата, бында ят кешеләр, әйтер һүҙеңде уйлап әйтергә кәрәк, Башҡортостандан килгән бынау ҡалай әҙәпһеҙ тиерҙәр.
    Йәки, Артекта музыканы аңларға өйрәтергә тырышыуҙары иҫтә ҡалған. Беҙ – ауыл балалары, юғары культураны беләбеҙме ни, йырҙарың да "Күбәләгем-түңәрәгем" тибындағыһын ғына беләбеҙ, опера тигәнде аңлау түгел, тыңлағы ла килмәй, кеше ҡунаҡтарҙа опера йырлап ултырмай. Бигерәк тә русса йырҙар тураһында һүҙ барһа. Интернатта пионер йырҙарын өйрәтәләр ине, моряктар тураһында ошолай йырланыҡ:
    С водопада падали,
    Сидели на мели.
    Ҡанаҡай ауылынан булған бер малай Падапада падали тип, был йырҙы үҙенсә һуҡтыра ине. Был белеп йырлайҙыр тип, беҙ уға эйәрәбеҙ, таҡтаға яҙып күрһәткәс кенә, йырҙың һүҙҙәрен күрҙек. Эске тойомлау ҡай саҡ кешене алдай икән, йырҙы күрергә лә кәрәк, баҡһаң.
    Ҡараңғы бүлмәгә бикләнеләр ҙә шәм яндырҙылар. Тауыш сығармай ултырырға ҡуштылар. Интернатта төндәрен беҙ ошолайтып енме, үлгән кешенең йәненме саҡыра инек, ҡыҙғанысҡа, беҙҙең янға ен дә, йән дә килмәне, бында ен саҡырмайбыҙ, опера тыңлайбыҙ икән. "Юнона и Авось". Юнона ла, Авось та ике ятып бер төшкә кергән нәмәбеҙ түгел. Пластинка ҡуйҙылар. Шәм яҡтыһында, бер беребеҙҙе күрмәй, музыканы тыңланыҡ, ғәжәп хәл: донъяла һин һәм йыр ғына, башҡа береһе лә юҡ. Фажиғәле мөхәббәт тарихы үҙ эсенә һөйрәп алды ла оҙаҡ сығарманы, аңлатып бирә алмаҫлыҡ тойғо был, бындай хис Күбәләкте йырлағанда тыумай. Ҡыҫҡаһы, беҙгә музыка ҡалай була икәнен, саҡ ҡына булһа ла, төшөндөрҙөләр.
    Артектан иҫтәлеккә байтаҡ хәтирәләр ҡалды (Ялта, Гурзуф, Симферополь, Севастополь ҡалаларындағы музейҙар, Сталиндың ял иткән резиденцияһы, Айыу тауы, Һабын тауы...) ул саҡта интернат етәкселегенең минең өсөн ниндәй ҙур бүләк яһағандарын, әлбиттә, аңламаным, Ҡайтҡас ҡына, алып ҡайтҡан фотоһүрәттәрҙе ҡарағанда, Илһам исемле бер малай, күҙҙәрен йәшкәҙәтеп, "Була бит Ер йөҙөндә бәхетле кешеләр", тине. Үҙенең тыуған ауылы менән Ишембайҙан ары донъя күрмәгәс, диңгеҙҙәр гиҙеп ҡайтҡан иптәшенә көнләшеүе булды был. Илһам, йылдар үткәс, диңгеҙ буйҙарын минең кеүек бер ай ғына хозур ҡылманы, ул Мысырҙа уҡыны, әллә күпме ерҙәр, һыуҙар күрҙе, әле Ҡазанда дин әһеле, ихтирамлы кеше.
    ...Артекка бөгөн 95 йәш. Ошо юбилей һәм иҫән ҡалған бер фото бына ошондай хәтирәләр уятты. Ҡырым хәҙер беҙҙеке, Артек та, тимәк, беҙҙең ҡулда. Быныһы геосәйәсәт, башҡараҡ тема, әлеге мәлдә, балалар ҡыҙыл галстук таҡмаһа ла, уларҙың, элекке һымаҡ уҡ, ялдарын сифатлы үткәрергә мөмкинселеге булһын ине. Юлдарында һәйбәт педагогтар күберәк осраһын ине.
    Теге уҡытыусылар алған күлдәк менән ыштанмы? Туҙҙы улар, кейем туҙҙы – ә уҡытыусылар иҫтә ҡалды. Рәхмәт барығыҙға ла, интернаттағы тәрбиәселәр, һеҙ бер ҙә Артектағынан ҡалышмай инегеҙ. Хәйер, был турала айырым яҙыр әмәл булыр әле.
    Читайте нас: