Морапталдар ҡунаҡтарҙы биҙәлгән аттар менән ҡаршы алдылар. Ат янында фотоға төшөү генә үҙе ни тора! Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясовҡа, аттарҙың береһе тешләшә, ныҡ яҡын тормағыҙ тиһәләр ҙә, малҡайҙар уның ҙур түрә икәнен һиҙгәндәй, янында бик сабыр ғына баҫып торҙолар. “Бала саҡтан ат егеп уйнап үҫкән кешемен мин”, - тип аттарҙы иркәләне Юлай Талха улы.
Аттарға егелгән саналарға ултыртып, гармундар уйнап, йырлап ауылдың Киров урамына килеп төшкәс, беҙҙә йолаһы шулай тип, ҡунаҡтар ҡатын-ҡыҙҙарҙы кәритәләргә ултыртып һөйрәнеләр. Улай ғына ҡаршы алыу менән бөтмәне әле, тәбрикләү һүҙҙәренән һуң ҡунаҡтарҙы милли аҙыҡ - сәк-сәктән дә ауыҙ иттерҙеләр.
Тулы материалды 9-сы һанда уҡығыҙ.