Все новости
Байрамдар
2 Февраля 2021, 15:00

"Районыбыҙ байлығы - һеҙ"

Әхәт ҠОТЛОӘХМӘТОВ, райондың почетлы гражданины:- Афарин! Шулай ҙа, ҡалаҡ ашаған ваҡытта ҡәҙерле тигәндәй, районыбыҙҙың 85 йыллығын былтыр үҙ ваҡытында билдәләр кәрәк ине. Ул ваҡытта тажлы вирус юҡ ине бит, ул зәхмәт бары тик март уртаһында ғына башланды. Илдә лә, республикала ла һәм районда ла хәл март айына тиклем яҡшы булды. Ә әле пандемия!!!???Ләйсән НУРИӘХМӘТОВА, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы:- Былтыр районыбыҙҙың юбилейын Һабантуйҙа гөрләтеп үткәрергә тип планлаштырылғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пандемия ауырыуы бар донъяны баҫып алыу сәбәпле, барлыҡ саралар ҙа кисектерелде.

Ауыл хужалығы үҫешендә күп көс һалғаны һәм урындағы үҙидаралыҡ органдарында күп йыллыҡ, намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы муниципаль район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән
Нәүғәт Хисмәтуллин бүләкләнде.
Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы муниципаль районының Рәхмәт хаты менән бүләкләнеүселәр:
Василий Копылов (районыбыҙҙа физик тәрбиә һәм спорт үҫтереүҙә ҙур өлөш индергәне өсөн);
Вилүрә Скрынникова (районыбыҙҙың Йәмәғәт Советы үҫешендәге өлөшө өсөн);
Аделина Үтәгәнова (милли мәҙәниәт һәм халыҡ ижадын һаҡлауҙа, үҫтереүҙә индергән өлөшө өсөн).
***
Мәғариф өлкәһендәге намыҫлы хеҙмәттәре, ҡаҙаныштары өсөн РФ Мәғариф министрлығының Почет грамоталары менән бүләкләнеүселәр:
Раил Араптанов, Яңы Таймаҫ гимназияһы уҡытыусыһы;
Әлфиә Рәхимова, Зәк-Ишмәт мәктәбе директоры;
Фәнүзә Хәлитова, Яҡшымбәт мәктәбе уҡытыусыһы.
***
"Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм тәрбиә хеҙмәте отличнигы" билдәһе менән бүләкләнеүсе:
Гөлкәй Шәмсетдинова, Яңы Мораптал мәктәбе директоры;
Елена Кирюшина, Көйөргәҙе районы мәғариф бүлеге идаралығы начальнигы урынбаҫары.
***
Мәғариф өлкәһендәге күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн БР Мәғариф министрлығының Почет грамоталары менән бүләкләнеүселәр:
Василий Егоров, Павловка мәктәбе уҡытыусыһы;
Зөлфиә Исхаҡова, Яҡшымбәт мәктәбе уҡытыусыһы.
***
"Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы" миҙалы менән бүләкләнеүсе:
Евгения Закурдаева, Ермолаевоның 1-се һанлы мәктәбе уҡытыусыһы;
***
2021 йылдың тәүге ярты йыллығына район һәм республика баҫмаларына яҙылыуҙа ярҙам күрһәтеүселәр БР Көйөргәҙе районы муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнделәр:
Александр Александров, “Сокол” физкультура һәм һаулыҡ һаҡлау комплексы директоры;
Евгения Бочарникова, район мәғариф бүлеге начальнигы;
Марина Букреева, Ермолаево ауыл хакимиәте башлығы;
Ләйсән Нуриәхмәтова, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы;
Вячеслав Овчинников, Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау станцияһы начальнигы;
Азат Хәлилов, Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы имам - мөхтәсибе;
Фәнит Моратбаҡыев, район Советы рәйесе.
Байрам тураһында тулы материалды 10-сы һанда уҡығыҙ.
Читайте нас: