Все новости
Байрамдар
9 Февраля 2021, 12:12

Яулыҡ – гүзәллек тажы

Ниндәй генә милләттең гүзәл заты булыуына ҡарамаҫтан һәр ҡатын-ҡыҙҙы яулыҡ биҙәй.

- Бөгөнгө сарала, беҙ, яулыҡ ябынған ҡатын-ҡыҙ йөҙөндә нур балҡыуына инандыҡ. Ниндәй генә милләттең гүзәл заты булыуына ҡарамаҫтан һәр ҡатын-ҡыҙҙы яулыҡ биҙәй. Минең әсәйем дә һәр саҡ яулыҡ ябынды. Ауыл ерендә, иртәндән алып кискә тиклем башына яулыҡ бәйләп, эш менән мәшғүл булды ул. Беҙ йоҡонан уянғанда һыйырҙар һауып, көтөү ҡыуып, ҡаймаҡ тартыр ине. Сипаратты ҡул менән әйләндергән һайын “зың-зың” тигән тауыш ишетелә һәм ҡушылып әсәй йырлай... Мин дә әсәйемдең шул йырын башҡарһам урынлы булыр тип уйлайым.
- Баш яулығым ете ҡат,
Һай, йөҙөң күркәм,
Киткеләрем килмәй яныңдан.
Был йыр тормош иптәшем Лилиә Игорьевнаға һәм залда ултырған барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға бағышланды. Һәр саҡ матур, мөләйем гүзәл заттар булып ҡалығыҙ, - тине Юлай Талха улы.
Тулы материал 12-се һанда баҫылып сыҡты.
Читайте нас: