Все новости
Байрамдар
14 Февраля 2021, 21:30

Ниндəйе генə юҡ

Көйөргəҙе ауылы клубында"Яулыҡ" байрамы күңелле үтте.

Мəҙəниəт усағыбыҙ етəксеһе Рəзилə Бəширова ойошторған сара барыһына ла оҡшаны. Сарала Көйөргəҙе, Үрге-Бабалар ағинəйҙəре аллы-ҡыҙыллы яулыҡтарын ябынып, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының матурлығын, һөйкөмлөлөгөн күрһəттелəр. Уларҙың һандыҡтары бай: француз, кашемир, суҡлы яулыҡтарҙың ниндəйе генə юҡ ине. Бигерəк тə ағинəйебеҙ Нажиə Баҡиеваның яулыҡтарының күплеге таң ҡалдырҙы. Уның 30-ҙан артыҡ аллы-гөллө яулыҡтары күҙҙең яуын алды. Афарин ағинəйҙəр.
Фəүриə ЙОСОПОВА
Үрге-Бабалар ауылы
Читайте нас: