Февраль айында быуаттан артыҡ билдәләнгән мөһим дата бар. Ул - 23 февраль көнө. Үҙ тарихында был байрамдың атамаһы әллә-нисәмә тапҡыр алмаштырыла. Шулай итеп, 1918 йылдың 17 февралендә ойошторолған Ҡыҙыл Армияның барлыҡҡа килеүененең 4 йыллығына бағышланып, ул илебеҙҙә беренсе тапҡыр 1922 йылда булдырыла. Тик, беренсе уҙғарыу йылында (1919 йылда) 17 февраль дүшәмбегә тура килгәнгә күрә, байрам мәжлестәре яҡындағы ял көнөнә күсереләләр. Шул ваҡыттан алып һәр 23 февраль «Ҡыҙыл Армия көнө” итеп билдәләнә башлай. Һуғыштан һуң, 1946 йылда, был хәтер көнөнә яңы атама бирелә – “Совет армияһы һәм хәрби-дингеҙ флоты көнө”. Совет социалистик республикалар союзы тарҡалғас, 1991 йылда байрам юҡҡа сыҡмай, ә, киреһенсә, яңы мәғәнәгә эйә була. 2006 йылда яңы Федераль законға ярашлы ул «Ватанды һаҡлаусылар көнө” тип атала башлай һәм тәү тапҡыр календарҙең ҡыҙыл ял көнө итеп иғлан ителә.
“23 февраль” барлыҡ быуындар өсөн дә мөһим, сөнки был сара – хәтер ҙә, өлгө лә, геройҙарыбыҙҙы һәм Ватаныбыҙҙы данлау ҙа. Совет заманында уҡ был байрам менән буласаҡ Ватан һаҡлаусыларын - бәләкәй малайҙарҙы ла - ҡотлағандар. Бөгөн, ошо көндө билдәләгәндә, Ватаныбыҙҙы һаҡлаусыларҙы иҫкә алып ҡына ҡалмайбыҙ, ә шул уҡ ваҡытта илдең тарихына ҡарата ихтирамыбыҙҙы күрһәтәбеҙ һәм патриотик рухыбыҙҙы сағылдырабыҙ. Һуғыш яуында булған һәм булмағандар, армия сафында хеҙмәт иткән һәм итмәгәндәр, йәштәр һәм ололар, ил һағында тороусы ирҙәр һәм ҡатындар араһындағы сиктәрҙе юйып, был байрам хәҙер халыҡсан төҫлө.
Һәм был дата ғәҙәти булараҡ дөйөм ир-егеттәр көнө тип һаналғанға күрә, 23 ферваль көнө менән бөгөн Күмертау ҡала Советының депутаттар корпусындағы ҡатын-ҡыҙҙар исеменән Лихачева Татьяна Анатолий ҡыҙы һәм Моратбыҡыева Маргарита Фәнит ҡыҙы ҡотлайҙар.
Күмертау ҡала Советы депутаты М.Ф. Моратбаҡыева.