Все новости
Байрамдар
25 Февраля 2021, 12:33

Бөгөн Башҡортостан республикаһының дәүләт флагы көнө

Ул 2002-се йылдан башлап билдәләнә.

1992 йылдың 25 февралендә, Башҡортостан Республикаһының рәсми символдарының береһе – яңы флаг раҫланды. Флагтың авторҙары – Урал Мәсәлимов һәм Ольга Асабина. Флаг төҫтәренең мәғәнәһе дәүләт символикаһы тураһындағы законда асыла: йәшел төҫ — азатлыҡты, йәшәйештең мәңгелеген; аҡ төҫ — республика халыҡтарының тыныслыҡты һөйөүен, асыҡлығын, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙерлеген; зәңгәр төҫ — уларҙың уй-ниәттәренең сафлығын белдерә. Шул уҡ ваҡытта йәшел төҫ ислам төҫө лә булып һанала. Флагтың аҡ төҫөнөң уртаһында ете таждан торған ҡурай һүрәтләнгән. Ҡурай сәскәһе — дуҫлыҡ билдәһе, уның ете тажы, риүәйәт буйынса, Башҡортостан халыҡтарының берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуға ишара.
Читайте нас: