Все новости
Байрамдар
4 Марта 2021, 13:08

Күберәк булһын

Абдул ауылында бик матур кешеләр йәшәй, барыһы ла матур - йәше лә ҡарты ла. Күңелдәре менән матурҙар. Март айы башында башҡорт ғаиләһе көнө тигәстен, Абдулдың иң матур кешеләре - апай-һылыуҙар - мәсеткә килгән, байрам үткәрергә.

Ҡатын-ҡыҙ бергә йыйылһа, оло туй була ла китә торған, был юлы ҡыҙҙарҙың һөйләшеүе етди булған - Татыу ғаилә - ил күрке бит ул тип һөйләшкәндәр, сәй эскәндәр, донъяның матурлығына һоҡланғандар. Донъя ниңә матур, сөнки Абдулда шәп кешеләр йәшәй. Артабан да ауылды тотоп торған ныҡлы, татыу ғаиләләр күберәк булһын, ауылда матур парҙарҙан күп матур балалар тыуһын.
Читайте нас: