Все новости
Байрамдар
8 Марта 2021, 11:43

Һеҙһеҙ йəшəү мөмкин түгел

- Элек хужалыҡта эшлəүе ауыр булһа, хəҙер күпкə еңел. Быйыл хужалыҡтан санаторийға путевка ла бирҙелəр, ял итеп ҡайттым. Тормош иптəшем Ришат та Киров хужалығында механизатор булып эшлəй. Өс бала тəрбиəлəп үҫтерҙек, беҙҙе шатландырып торған ейəн-ейəнсəребеҙ ҙə бар. Форсатан файҙаланып, районыбыҙҙың барлыҡ гүзəл заттарын да байрам менəн ҡотлайым. Иҫəнлек, именлек, бəхетле ғүмер телəйем.

Милəүшə МИНЕБАЕВА, Киров хужалығы һауынсыһы, Ш.Вахитов премияһына лайыҡ булыусы, Мораптал ауылы:
- Бындай абруйлы премия алыуыма бик шатмын. Минең эшемде баһалауҙары өсөн хужалыҡ етəкселəремə, район етəкселəренə ҙур рəхмəтлемен. Байрам алдынан ҙур бүлəк булды. Һауынсы булып 24 йыл эшлəйем, унан алдағы ун йыл ғүмеремде һатыу өлкəһенə бағышлағайным. Эшкə һауынсы булып яңы ғына кергəн инем, хəҙер 24 йыл үтеп тə киткəн. Эшем оҡшай, коллективым ныҡ яҡшы. Бер ғаилəлəй татыу эшлəйбеҙ. Мин эшлəгəн йылдарҙа ғына ике төркөм эшселəрҙе пенсияға оҙаттыҡ, хəҙер минəн йəшерəктəр ҙə бар. Улар ҙа хөрмəт итеп кəңəшлəшеп кенə торалар. Хеҙмəттəштəремə лə ошондай премия алырға яҙһын тип телəйем. Элек хужалыҡта эшлəүе ауыр булһа, хəҙер күпкə еңел. Быйыл хужалыҡтан санаторийға путевка ла бирҙелəр, ял итеп ҡайттым. Тормош иптəшем Ришат та Киров хужалығында механизатор булып эшлəй. Өс бала тəрбиəлəп үҫтерҙек, беҙҙе шатландырып торған ейəн-ейəнсəребеҙ ҙə бар. Форсатан файҙаланып, районыбыҙҙың барлыҡ гүзəл заттарын да байрам менəн ҡотлайым. Иҫəнлек, именлек, бəхетле ғүмер телəйем.
Материал тулы килеш гәзиттә булды.
Читайте нас: