Хəҙер халыҡ менəн эшлəү еңел түгел. Əгəр ҙə кешелəр дауаханаға, магазиндарға үҙҙəре барһа, ə клубҡа уларҙы саҡырыр, йыйнар кəрəк. Шулай ҙа миңə һəр саҡ ярҙам итеп, терəк булғандар ҙа юҡ түгел. Төрлө сараларҙа əүҙем ҡатнашыусы Лəлə Боҫҡанова, Лəйсəн Ибраһимова, Сəкинə Боҫҡанова, Ғəлиə Хəйбуллина һəм башҡаларға ҙур рəхмəтемде белдерəм. Барлыҡ гүзəл заттарҙы ла 8 март менəн ҡайнар ҡотлайым.