Байрамдар
21 Марта 2021, 04:19

Һеҙҙең иңдә - яуаплыҡ

Һеҙҙе һөнəри байрамығыҙ менəн ихлас күңелдəн ҡотлайым! Бөгөнгө көндə торлаҡ-коммуналь хужалығының хеҙмəтлəндереү сифаты күтəрелеүе, халыҡҡа көнкүреш хеҙмəт күрһəтеүҙең яҡшырыуы ҡалабыҙҙың үҫешендə мөһим роль уйнай. Һеҙҙең иңдəрегеҙҙə халыҡтың көндəлек ихтыяждарын ҡəнəғəтлəндереү, уңайлыҡтар тыуҙырыу буйынса ҙур яуаплылыҡ ята.

Ҡəҙерле Торлаҡ-коммуналь хужалығы һəм халыҡты көнкүреш хеҙмəтлəндереү хеҙмəткəрҙəре!
Һеҙҙе һөнəри байрамығыҙ менəн ихлас күңелдəн ҡотлайым! Бөгөнгө көндə торлаҡ-коммуналь хужалығының хеҙмəтлəндереү сифаты күтəрелеүе, халыҡҡа көнкүреш хеҙмəт күрһəтеүҙең яҡшырыуы ҡалабыҙҙың үҫешендə мөһим роль уйнай. Һеҙҙең иңдəрегеҙҙə халыҡтың көндəлек ихтыяждарын ҡəнəғəтлəндереү, уңайлыҡтар тыуҙырыу буйынса ҙур яуаплылыҡ ята. Һəр кешенең йəшəйеше, ойошма һəм предприятиеларҙың тотороҡло эшлəүе лə Һеҙ башҡарған хеҙмəткə бəйле. Артабан да шулай уңышлы эшлəүегеҙҙе, ҡалабыҙҙың үҫешенə тос өлөш индереүегеҙҙе телəйем! Еңел булмаған хеҙмəтегеҙ өсөн рəхмəт белдереп, барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, ғаилəлəрегеҙҙə именлек һəм уңыштар юлдаш булһын!
О.Ю. ФРОЛОВ, Күмертау ҡалаһы ҡала округы Хакимиəте башлығы
Читайте нас