Хөрмəтле Торлаҡ-коммуналь хужалығы һəм халыҡҡа көнкүреш хеҙмəте күрһəтеү хеҙмəткəрҙəре!
Профессиональ байрамығыҙ менəн ысын күңелдəн ҡотлайым. Хəҙерге тормошто көнкүреш хеҙмəтенəн башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Район кешелəренең көнкүрешендəге именлеге тап һеҙҙəн тора. Һеҙҙең өҙөклөкһөҙ эшегеҙ кешелəрҙең йорттарында уңайлыҡтар, таҙалыҡ, йылылыҡ, тəртип булдыра. Һəм кешенең кəйефе лə тап ошоға бəйле. Барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған тормошта йəшəүгə беҙ күнегеп бөткəнбеҙ һəм бының өсөн күпме көс, тир түгелгəнен ҡай саҡ уйлап та етмəйбеҙ. Коммуналь хужалығы хеҙмəткəрҙəренең елкəһенə район халҡы өсөн күпме яуаплылыҡ йөкмəтелгəнен күҙ алдына килтереүе лə ауыр. Еңел булмаған көндə тырышып башҡарған эшегеҙ өсөн ҙур рəхмəт һеҙгə! Һеҙгə тотороҡлолоҡ, ҡуйылған маҡсаттарығыҙға ирешеүегеҙҙе һəм эштəрегеҙҙə уңыштар телəйем! Бəхетле, имен тормошта яҡындарығыҙ менəн ҡыуанып йəшəүегеҙҙе телəйем.
Ю.Т. ИЛЬЯСОВ, Көйөргəҙе районы муниципаль район Хакимиəте башлығы.