Юшатыр
+19 °С
Ясно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Байрамдар
30 Марта 2021, 11:36
Балыҡ ене
Ундайҙар беҙҙең арала байтаҡ. Балыҡ ене ҡағылғандарҙы әйтәбеҙ. Ял көнө, саҡ ҡына буш ваҡыты булдымы, бөттө, уны өйҙә тотоп булмай - бөтә кәрәк-ярағын алған да һыу буйынса тайған.
Абдулда бөгөн тап шундай ирҙәр осрашты, бында Балыҡсы көнө тигән ҙур байрам үтте. 10 балыҡсы, шуларҙың һәр береһе йөҙ кешегә торорлоҡ, енлеләр. Балыҡ - ул ашамлыҡ ҡына түгел улар өсөн, йәшәү рәүеше. Бындай сара була ҡалғас, билдәле, Яҡшымбәт ауылы башлығы Юнир Сынбулатов түҙеп ултыра буламы, ул да килгән, балыҡсыларҙы ҡотлап һүҙ әйткән Һәм киткән .. Һәр береһенең күҙе ҡалҡауыста, шуға ҡарап ултырыуҙан да мөһим нәмә юҡ донъяла.
Аҙнабаев Алик балыҡтың иң еллеһен эләктергән. Абдулдыҡы бит ул, шуғалыр уға балыҡтың иң ҙуры ҡапҡан. Унан ҡала Ниғмәтуллин Илдус, Маяҡ ауылынан, Тәржемәнов Илшат та Абдулдыҡы, ҙур балыҡтар уның янына бик килмәгән, ул өсөнсө урында булған.
Ауырлығы бер эш, балыҡтың оҙонлоғо ла мөһим.
Бында ла Алик абзый береһен дә уҙҙырмаған, иң оҙон балыҡ унда. Ниғмәтуллин Кашаф Күмертауҙан килеп ултырған балыҡ тоторға, икенсе урында - ул.
Бик һәйбәт көн булды бөгөн ти балыҡ енлеләр. Файҙаһы ҙур булды, унан килеп, өйгә аҙыҡ та ҡайта. Маҡтап бөтә алмаҫтар инде үҙҙәрен.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"