Байрамдар
4 Апреля 2021, 03:37

Ҡунаҡ ашы

Март башында улар тегендә барғайны -ҡунаҡҡа. Матур итеп йөрөп ҡайттылар, хистәре һаман ташып тора. Бына хәҙер күршеләр үҙҙәренә килгән - ҡунаҡ ашы- ҡара ҡаршы.

Кинйәбай менән Аҙнағол араһындағы дуҫлыҡ йылдар, хатта быуаттар менән һыналған. Береһе Көйөргәҙе, икенсеһе Күгәрсен булһа ла, аралары бик яҡын. Мартта кинйәбайҙар ҡолсораларға барып концерт ҡуйғайны (был сәфәр тураһында беҙ яҙҙыҡ), бына әле күгәрсендәр үҙҙәре килгән, шулай уҡ тамаша алып килгән. Ныҡ гөрләшкәндәр ут күршеләр, осрашҡандарына аҙ ғына ваҡыт үтһә лә, һағынышып та өлгөргәндәр. Алда йәнә булыр әле күрешеүҙәр, бер береһенең усағын һүндерергә ирек бирмәҫтәр.
Читайте нас