Байрамдар
3 Мая 2021, 02:38

Хәс Ҡыҙыл майҙандағы һымаҡ

РПЛИ был байрамға йыл да ныҡлы әҙерләнә, һәйбәт итеп үткәрә. Борондан килгән ғәҙәттәре - етәкселәре алмашынып тора, ә Еңеү байрамы, бер нимәгә ҡарамаҫтан, улар өсөн изге байрам.

Быйыл да шулай булған. Барыһы ла шартына килтереп үткәрелгән. ҡыҙыу нөктәлә ҡатнашып, дары еҫен еҫкәгән, ҡаланың ветерандар Советы рәйесе урынбаҫары Муаед Мәмбәтов, лицейҙа байтаҡ йылдар тир түккән, пенсияға сыҡҡас та, бер нисә йыл унан айырыла алмай эшләгән,өлкән лейтенант званиялы Рифат Вахитов абруйлы ҡунаҡтар итеп саҡырылған.
Парад бит был, бик етди сара, уҡыусылар үҙҙәрен ысын һалдаттар, Кремль һалдаттары, һымаҡ тотҡан, барыһы ла ҡәтғи, үлсәнгән, иҫәпләнгән. Артыҡ аҙым, артыҡ һүҙ юҡ. Парадты "верховный командующий" Венер Сабанчин ҡабул иткән.
Бөйөк Еңеү парады Ҡыҙыл майҙандағынан ҡалышмаған, танктар, самолеттар ғына етмәгән, хәйер, былары бик мөһим түгел, мөһиме: уҡыусыларҙың йөрәге дөрләп янған: илебеҙҙе бер ниндәй дошманға ла бирмәйбеҙ.

Читайте нас