Байрамдар
9 Мая 2021, 04:10

Хөрмəтле Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һəм тыл эшсəндəре! Хөрмəтле күмертауҙар!

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейын ҡаршы алабыҙ. Үткəн быуаттың бөтə һынауҙарын үтеп, иң ҡаты һуғыштарҙа еңеп сыҡҡан яугирҙарҙың һоҡланғыс батырлығы беҙҙең күңелдəрҙə мəңге йəшəй.

Хөрмəтле Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һəм тыл эшсəндəре!
Хөрмəтле күмертауҙар!
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейын ҡаршы алабыҙ. Үткəн быуаттың бөтə һынауҙарын үтеп, иң ҡаты һуғыштарҙа еңеп сыҡҡан яугирҙарҙың һоҡланғыс батырлығы беҙҙең күңелдəрҙə мəңге йəшəй. Халҡыбыҙҙың илһөйəрлеге менəн ҡаһарманлығы, хəрби бурысҡа тоғролоҡ билдəһе булып тора. Үҙ ғүмерҙəрен аямай, килəсəк тыныс тормошто яҡлап көрəшкəн һуғышсыларыбыҙ алдында баш эйəбеҙ, уларҙы иҫкə алабыҙ. Яугирҙарыбыҙ хаҡындағы яҡты хəтирəлəрҙе йөрəк түрендə һаҡлау, уларҙың үлемһеҙ батырлығын лайыҡлы баһалау – изге бурысыбыҙ. Килəһе быуындар ҙа был традицияларҙы һаҡлар, тип ышанабыҙ. Ҡəҙерле ветерандарға, Ватан өсөн яуҙа ятып ҡалғандарға мəңгелек дан! Барығыҙҙы ла оло байрам менəн ҡотлайым! Бəхетле оҙон ғүмер, һаулыҡ, ғаилə именлеге, йəн тыныслығы телəйем.
О.Ю. ФРОЛОВ, Күмертау ҡалаһы ҡала округы Хакимиəте башлығы
Читайте нас