Байрамдар
27 Мая 2021, 07:07

Тормош байрамы

- Китапханала, башлыса, ҡатын-ҡыҙҙар эшләй, донъя шулай: барыһы ла ҡатын-ҡыҙ ҡулында. Бына китапханабыҙ ҙа һеҙҙең ҡулда килеп сыға, алама ир ҙә яҡшы ҡатын-ҡыҙ янында һәйбәткә әйләнә, Аллаға шөкөр, һеҙҙең булышлыҡ менән, китапханабыҙ ҙа ҡараулы, бөхтә ир һымаҡ: ҡырынған, йыуынған, хушбуй һөрткән. Теләк: үҙегеҙҙе ҡатын-ҡыҙ бәхете ташлап китмәһен.

55 йәш тиһәң, күҙ алдына ашарын ашап, йәшәрен йәшәп бөткән кеше баҫа, пенсияға ла элегерәк ҡатындарҙы ошо йәштә ебәрә инеләр, был ымлау шуны аңлата: биререңде биреп бөттөң, ял ит.
Күмертау ҡалаһының 3-сө китапханаһының 55 йәше, һин уға шулай тип (олоғайғанһың тип) әйтеп ҡара! Ҡаланың иң матур, иң заманса китапханаһы ул. Ерле юҡҡа ғына бында эшлекле үҙәк тә асманылар, китап уҡырға ғына түгел, төрлө осрашыуҙар ойошторорға ла йәтеш урын.
Бөгөн 3-сө китапхана, юбилей тип, күп халыҡты йыйҙы. Һәр береһе, китап һөйгән генә түгел, Күмертау яҙмышына битараф булмаған кешеләр - китапхана яҙмышы - ҡала яҙмышы. Бер-береһен ихлаc ҡотлаштылар, бүләктәр бирештеләр, ҡотланыусылар шул тиклем күп, һәр береһен айырым билдәләргә форсат юҡ.
Был тормош байрамында беҙ ҙә булдыҡ. Күмертау мәғлүмәт үҙәге исеменән, Лилиә Әбйәлилова менән икәүләп, матур ғына бүләк бирҙек, матур ғына һүҙҙәр әйттек:
- Китапханала, башлыса, ҡатын-ҡыҙҙар эшләй, донъя шулай: барыһы ла ҡатын-ҡыҙ ҡулында. Бына китапханабыҙ ҙа һеҙҙең ҡулда килеп сыға, алама ир ҙә яҡшы ҡатын-ҡыҙ янында һәйбәткә әйләнә, Аллаға шөкөр, һеҙҙең булышлыҡ менән, китапханабыҙ ҡараулы, бөхтә ир һымаҡ: ҡырынған, йыуынған, хушбуй һөрткән. Теләк: үҙегеҙҙе ҡатын-ҡыҙ бәхете ташлап китмәһен.
"Юшатыр" гәзите исеменән китапхана хеҙмәтҡәре Әлфиә Дәүләтшинаға Рәхмәт хаты тапшырҙыҡ - һәр ойошманы кеше биҙәй, Әлфиә Рәйес ҡыҙы ла китапханаға биҙәк өҫтәгән кешеләрҙең береһе.
55 йәште үткәрҙек, алда күп юбилейҙар көтөп торһон, ниндәй юблией булмаһын, һәр саҡ әлегеләй йәш, дәртле булып ҡалырға яҙһын -тормош байрамығыҙҙың аҙағы булмаһын.
Читайте нас