Пограндар электән үк үҙҙәрен элита иҫәбенә керетергә яратты, уйын эшме ни - теләһә кемгә илде һаҡларға ышанып тапшырмаҫтар, бында күҙҙең үткер, ҡолаҡтың сос, күңелдең һиҙгер булыуы мотлаҡ.
Бөгөн уларҙың байрамы. Йыл да сыға улар байрам итергә, өйҙә генә ултырып түҙеп ҡара. Беҙ ҙә, уларҙы йыл да ҡотларға тырышабыҙ. Ил сиген һаҡлауы ҡыйын эш, һалдаттың тылы ла ныҡ булырға тейеш, бына шул тылды - ғаилә сиген һаҡлауҙа ла батырлыҡ күрһәтергә яҙһын. Юғиһә, уны боҙорға теләүсе төрлө шымсы, шпиондар етәрлек була торған. Байрам менән, егеттәр!