Байрамдар
1 Июня 2021, 11:55

Ҡәҙерле кешеләр

Бала саҡты үткәреү барыбер ауылда рәхәтерәктер ул. Көтөү ҡыуғансы йоҡларға була. Бөгөн ауылдың рәхәтен барлыҡ балалар татыны.

Илкәнәйҙәр бер көн алда уҡ әҙерләнде - Һабантуй була тигәс, өйҙән-өйгә йөрөп, хәс ололарса, күкәй, таҫтамал, кем нимә бирә, бараһын йыйғандар - бүләккә. Ололар бындай эшкә әйбер йәлләй буламы, биргәндәр.
Ялсыҡай балалары милли кейемдә байрам итергә сыҡҡан, йыбанмаған, байрам булғас, байрамса булһын.
Яңы Мораптал һәр саҡ Яңы Мораптал булып ҡала, ҡоласты киң йәйеп үткәргән һабантуйҙарын, аҙаҡ әйтә торғандар: иң шәбе барыбер беҙҙә булды. Ризабыҙ.
Тимербай бәләкәй ауыл тимәгеҙ, байрамдары ныҡ ҙур булған, китапханаға йыйылғандар ҙа, әйҙә, күңелдәре булғансы уйындар уйнағандар, ололар тәүҙә ситтән ҡарап торған, аҙаҡ, түҙмәгән, үҙҙәре лә ҡушылып киткән.
Абдулдар, бахмуттар, яҡуттар, Таймаҫ... райондың бар ауылдары ла бөгөн кескәйҙәр өсөн оло байрам яһаны. Балаға күп кәрәкмәй, үҙенең ололарға кәрәклеген тойоу мөһим. Улар бөгөн барыһы ла үҙҙәрен ҡәҙерле кеше итеп тойҙо. Рәхмәт.
Читайте нас