Килһәләр, үкенмәҫтәр ине. Ҡала көнөн, ысынлап та, бик йүнле булмаҫ тип беҙ ҙә уйлаған инек, байрам итеп мәлме? Тик халыҡ барыбер кәйеф-сафа ҡороуға һыуһаған икән, байтаҡ ҡына йыйылған, Совет майҙаны шыпа тулы, хатта унда ғына һыймай, арыраҡ та сығып киткәндәр.
Беҙ ҙә барғас, алан-йолан ҡарандыҡ: теге яҡҡамы, был яҡҡамы? Тегендә бала-саға сыр-сыу килә, бында Фролов һөйләй (коронавирус) кемдәрҙелер ҡотлай. Был яҡта шашлыҡ еҫе танауҙы ҡытыҡлай (алып ашағанда килешер ине, тик ҡыйбаттыр инде), икнсе яҡтан тәм-том еҫе башты әйләндерә. Аяҡтар үҙҙәре әллә ҡайҙа алып китте, йән тартмаһа, ҡан тарта тиҙәр, шуның шикелле, юҡҡа алып китмәгәндәр: милли кейемдә күҙең яуын алыр сибәр ҡыҙ баҫып тора. Китапхана. Библионяня проекты күргәҙмәгә сыҡҡан. Башҡаларҙыҡы нисектер, әммә тап ошо күргәҙмә майҙандағы иң шәп күргәҙмә ине ахры.
Ошо майҙандығы ише, байтаҡтарҙың ҡайҙа барырға белмәгән мәле кеүек (байрам яһар ҡыуаныс та юҡ кеүек тип әйттек, юлдары алама, бына-бына ТЭЦ ябыла тигән хәбәр ҙә шом һалды, ҡышын туңмаһаҡ ярар ине), йәнебеҙ беҙҙе йүнле яҡҡа алып китһен ине.