Юшатыр
+17 °С
Дождь
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Байрамдар
5 Июня 2021, 05:53
Өйрәнәһе ерен өйрәнеп
Бөгөн бер нисә районда һабантуйҙар үтә. Бәрәкәтле Ейәнсура ере лә типтерә. Типтерә тип әйтеү яҙыҡтыр, түрәләр телмәрендә тәү сиратта һабан да һуҡа һүҙе түгел, коронавирус һүҙе. Ейәнсурала 2000-дән ашыу кеше прививка яһатты, тине район хужалары. Байрамы байрам менән - үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ, былай ҙа аҙ ҡалып барабыҙ тигәнгә ишараланылар.

Ҙур, мәртәбәле ҡунаҡтар араһында Өфөнән туризм, урман хужалығы министрлыҡтарынан түрәләр бар, Күмертауҙан Хәйҙәр Ғайсин күҙгә салынды. Көйөргәҙенән башлыҡ Юлай Ильясов үҙе барған.
Башинформға хәтле, бөгөн Көйөргәҙелә лә һабантуй тип яҙа, бына ғәләмәт, беҙҙә 19-да була икәнен әллә беҙ үҙебеҙ генә беләбеҙ.
Үҙебеҙҙең һабантуйға тиклем ваҡыт күп әле, Юлай Талха улы бер юлы, ейөнсураларҙы күреп, өйрәнәһе ерен өйрәнеп ҡайтыр.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"