- Беҙҙең эштә социаль хеҙмәткәр генә түгел, психолог та, табип та, кәңәшсе лә булырға тура килә. Бөгөнгө көндә 18 өлкән йәштәгеләргә хеҙмәт күрһәтәм. Үҙеңдең башҡаларға кәрәкле булыуыңды аңлау ауырлыҡтарҙы оноттора. Ололарҙы хөрмәт итәм, улар ҙа мине һәр ваҡыт көтөп алалар. Тәҙрәнән ҡарап ҡына торалар, туғандарҙай бергә ҡайнап йәшәбеҙ. “Роза, һин беҙҙең ҡыҙыбыҙ”, - тип мине яраталар. Мин дә иҫәпләшеп тормайым, саҡыртһалар, яндарына йүгерәм.
Өлкән йәштәгеләр бик һаҡ, һиҙгер күңелле, тиҙ үпкәләргә лә мөмкиндәр.