Илкәнәй клубы ҙур түгел, тәүҙәрәк кеше аҙ ғына һымаҡ ине, торараҡ байтаҡ булып киттеләр. Бәләкәй генә соланында килгән ҡунаҡтарға ҡымыҙ эсерҙеләр, һыйғаны, һыйып, эсте. Бәләкәй булғас, бөтә нәмә лә уңайһыҙ икән, һуңлап килгәнерәктәре ҡайһы бер кешеләрҙең бөйөрөнә төрттө: урыныңды миңә бир әле. Ауыл кешеһе булмаһа ла (Ермолаевола йәшәй, ә ул район өсөн- мәркәз), бер апай Әхмәр Үтәбайҙы, моғайын, танымай, яуырынына ҡағылды: ҡайҙа, ҡустым, тор әле. Әхмәр ағай, ғорур түгел, торҙо.
Ауыл башлығының үҙ мәшәҡәте лә баштан ашҡан - кешене һыйларға кәрәк, ас ҡайтарып ебәреп булмай, 40 кешегә өҫтәл әҙер тине.
Тимерйән ағай үҙе лә бәләкәй кеше, мөһиме ул түгел дә, эш кәүҙәлә түгел тигән кеүек, эш клубтың бәләкәйлегендә түгел.