Байрамдар
11 Июня 2021, 05:54

Бойоҡ ултырыш

Әллә һауа торошоноң йоғонтоһо - терроризмға ҡаршы сираттағы ултырыш йәнһеҙерәк үтте. Төп һүҙ: алда буласаҡ һабантуй, халыҡтың иң шәп, иң көтөп алған байрамы,ә кәйефтәр, ниңәлер бойоғораҡ.

Полиция, янғын һүндереүселәр, мәҙәниәт, спорт - барыһы ла был байрамға әҙербеҙ тип сығыш яһаны. Ул-был булмаҫ. Аттар ярышы менә бәлә - сабышырға аттар юҡ тиерлек. Шулай ҙа, ниндәй һабантуй сабышһыҙ булһын, Ейәнсураға еткерә алмаһаҡ та, сабырбыҙ.
Халыҡ машиналарҙы байрам урынына яҡыныраҡ ҡуйып булмаҫмы тип һорай, яҡынайта алмайбыҙмы автомобиль туҡталышын?
Полиция яуырындарын ҡайсыланы, әллә ҡарарбыҙ, пропуск буйынса 40-лап машинаны керетә алырбыҙ, ә былай... Яҡыныраҡ ҡуйыр өсөн ҡулайлы ялан юҡ.
Бойоҡ ултырыш ошоноң менән бөттө, болоҡһоу көн сәбәп булдымы бындай кәйефкә, башҡаһымы, Һабантуй мәлендә бар болоттар таралыр, тип өмөтләнәбеҙ.
Читайте нас