Байрамдар
19 Июня 2021, 09:35

Дөлдөл булмаһа ла, сәмдәре хаттин ашҡан

Һабантуйҙың иң ҡыҙыҡ мәле, көрәш, бағанаға менеү, ҡатыҡ тулы көршәккә сумыуҙан тыш, әлбиттә, ат ярышы. Быйыл аттар менән бәлә була икән тиҙәр ине, юҡ, килгәндәр. Һәм сабыш булды.

Таҙа ҡанлы тип айырып әйтер аттар менән сабышта беренсе урынды морапталдар береһенә лә бирмәне- башҡалар Хоҙайғолов Шамилдың атының ҡойороғон ғына күрҙе.
Икенсе урын - Карасакин Павел, Ленин ауыл биләмәһе.
Өсөнсөлә- Шершотенко Дмитрий, Шахов хужалығы.
Арба менән сабышта беренсе урында түкәндәр - Кинжәлиев Исәтәй.
Икенселә - Ярышев Шәфҡәт, Бахмут ауыл биләмәһе.
Керәүлеләр - өсөнсө, Сырсынбаев Ғөбәйҙулла.
Ябай, үҙебеҙҙең эш аттары ла ярышты, уларҙың, дөлдөл булмаһалар ҙа, йәндәре бар, сәмдәре етерлек.
Беренсе урын -Яҡшымбәт, Ҡорбанаев Рафаэль,
Икенсе - Ленин силсәүите, Касокин Павел,
Өсөнсөлә йәнә Яҡшымбәт - Боҫҡанов Иҙрис.
Читайте нас