Парад - Һабантуйҙа иң кәрәкле сара, ҡарағыҙ, ауыл алдынғылары, һабан һөрөүселәр, иген үҫтереүселәр китеп бара тип, барыһы хайран ҡалып торорға тейеш. Тик... парадта хужалыҡтар булманы тиерлек. Ауыл хакимиәттәре хужалыҡһыҙ ғына үтте, мәғариф, йәнә йәштәр, ҡул болғап, үтте. Искра, Киров, Ватан, ДРСУ, Элеваторҙың арманһыҙ булып эшләгән халҡы күҙгә салынманы. Тамашаны тамаша итер өсөн ҡайҙандыр дөйә алып килгәндәр, хатта ишәк йөрөп ята, ә хужалыҡтар юҡ. Бер ауыл башлығынан, түҙмәй, һораныҡ: ҡайҙа хужалыҡ, атаҡ, уларҙың байрамы түгелме ни? Тегеһе яуырын һикертте, күҙҙәрен йәшерҙе: әллә, мин политикаға ҡыҫылмайым, һәм, тиҙ-тиҙ атлап, китеп барҙы. Һабантуйҙы байрам ғына тиһәк, ул, баҡһаң, сәйәсәт тә икән.