Байрамдар
4 Июля 2021, 03:50

Тыйылыу

Нисәмә көн, хатта ай, улай ғына түгел, йыл (Тәлғәт Шаһмановтың китап яҙғанын да иҫәпкә алһаҡ) әҙерләнде был көнгә ҡотлоюлдар. Бөтә ауыл ҡуҙғалды, уйын эш түгел, Ҡотлоюлға (Йыуасалыға) 150 йәш, оло юбилей.

Нисәмә көн, хатта ай, улай ғына түгел, йыл (Тәлғәт Шаһмановтың китап яҙғанын да иҫәпкә алһаҡ) әҙерләнде был көнгә ҡотлоюлдар.
Бөтә ауыл ҡуҙғалды, уйын эш түгел, Ҡотлоюлға (Йыуасалыға) 150 йәш, оло юбилей. Шартына килтереп үткәрергә кәрәк. Һәр йорт-ихата йыйыштырылды, буялды, ремонтланды, башҡа, күҙгә күренмәҫ, әллә күпме эштәр башҡарылды. Кисә лә беҙгә шылтыратып киҫәттеләр: килегеҙ, байрам ғәләмәт булмаҡсы, ауылда әллә нисәмә өҫтәл әҙерләнә, тирмә ҡуйыла, концерт була.... Барыһы ла беҙ уйлағанса барһа икән. Байрамды тыйҙылар. Ярамай, сир тарала, ул-был булып ҡуймағайы, фәлән-фәсмәтән-төгән.... Ҡотлоюлдың юбилейы Фольклориада түгел - үткәрмәгеҙ.
Байрамды әлегә тыйҙылар, күңел төштө (инде ҡабам ғына тигәндә ауыҙҙан тәмле ризыҡты тартып алған һымаҡ), шулай ҙа бөтөрөнмәйек. Ҡотлоюлдың 150 йыллығын да, 200 дә үткәрербеҙ, Хоҙай һаулыҡ ҡына бирһен.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас