Заманса итеп әйтһәк, флешмобтарҙа ҡатнашырға оҫтарҙыҡ. Коронавирус килеп сығыу менән, был шөғөл ныҡ киң таралды: ай һайын, нимәлер уйлап табып, флешмоб иғлан итәләр. Тегеләй итеп төш, былай итеп төш. Һәм фотоларҙы тарат, ерле юҡҡа тырышмайбыҙ ҙа, бөтәһе лә күрһен, баһалаһын.