Моңһоу булып китте. Көн үҙгәреүенә бәйле түгел (ямғыр кәрәк, барыбер), йәкшәмбе көнө - Почта байрамы. Йола буйынса, йыл да улар тураһында яҙабыҙ, ҡотлайбыҙ, ысынлап та, почтальондар мөһим эште башҡара, эш хаҡы аҙ тип тормай, иңенә һалынғанды күтәрә бирә.
Эльвира Бәширова иҫкә төштө. Элекке Күмертау почтаһы директоры. Хәҙер ул бында түгел, Күмертау почтаһы ла элекке статусын юғалтты, Мәләүезгә ҡушып ҡуйҙылар. Начальник шунда ултыра. Ниңә, нимә эшләһәләр ҙә, ниндәй реформа булһа ла, гел киреһе килеп сыға икән? Нисәмә йыл йәшәйбеҙ, үҙгәреш тиһәләр, ҡот оса ла тора, уларҙың береһенең дә яҡшы яҡҡа алып киткәне булманы.
Эльвира Фәрит ҡыҙы тәүҙә Белоретҡа киткәйне. Почтаға начальник булып. Хәлен белешеп торҙоҡ, маҡтап бөтә алманылар, ул килгәс, күрһәткестәр яҡшырҙы тинеләр. Үҙе бер саҡ Күмертауҙа осраны, йортомдо һатып йөрөйөм, тине.... Бер ҙә үҙгәрмәгән, шул көйө - сибәр.
Әле Э. Бәширова Өфөлә, почтаның баш йортонда, баҫмаларға яҙылыу бүлеге начальнигы. Шылтыратып, ҡотланыҡ, яңыраҡ тыуған көнө лә булды, ә йәкшәмбелә - һөнәри байрамы. Һөйләштек, телефонды һалдыҡ, бойоғоу үтмәне. Үҙгәреш Эльвира Фәрит ҡыҙы өсөн һәйбәт булды - быныһы шәп, ә был үҙгәрештән беҙ оттоҡмо?
Почта байрамына ҡарата материал киләһе һанда була.