Байрамдар
11 Июль 2021, 06:31

Байрамығыҙ менән!

Хөрмəтле почта элемтəһе хеҙмəтҡәрҙəре һəм ветерандар! Һеҙҙе һөнəри байрамығыҙ - Рəсəй почтаһы көнө менəн ысын күңелдəн ихлас ҡотлайбыҙ! Почта - иң бороңғо элемтə төрҙəренең береһе, техник прогресс ҡаҙаныштары һəм коммуникациялар тиҙ үҫешеүенə ҡарамаҫтан, һеҙ бик күп, үтемле элемтə сараларының фекерен беренсе булып, ышаныслы һаҡлап килəһегеҙ.

Хөрмəтле почта элемтəһе хеҙмəтҡәрҙəре һəм ветерандар! Һеҙҙе һөнəри байрамығыҙ - Рəсəй почтаһы көнө менəн ысын күңелдəн ихлас ҡотлайбыҙ! Почта - иң бороңғо элемтə төрҙəренең береһе, техник прогресс ҡаҙаныштары һəм коммуникациялар тиҙ үҫешеүенə ҡарамаҫтан, һеҙ бик күп, үтемле элемтə сараларының фекерен беренсе булып, ышаныслы һаҡлап килəһегеҙ. Бөгөнгө көндə, Рəсəй почтаһы хеҙмəте алдында бик күп мəсьəлəлəр бар, уларҙы хəл итеүҙə почта хеҙмəткəрҙəренə ярҙам итер кəрəк. Үҙебеҙҙең һөнəри дəрəжəбеҙҙе арттырған һайын, беҙ Рəсəй Почтаһын алға табан үҫештереү өсөн ҡулдан килгəнсе барыһын да эшлəргə тырышабыҙ. Беҙҙең маҡсат - ул халыҡ менəн эш итеүҙең сифатын күтəреү һəм йылдан-йыл, йəштəр өсөн Рəсəй Почтаһының эшен ҡыҙыҡлы һəм ылыҡтырғыс итеү. Почта ветерандарына, йəштəргə үҙҙəренең тəжрибəлəре менəн уртаҡлашҡандары, йылдар буйына почтаға ҡағылышлы ғөрөф-ғəҙəттəр, йолаларҙы һаҡлап килгəндəре өсөн ҙур рəхмəт əйтеп, уларға күңел күтəренкелеге, ныҡлы һаулыҡ, социаль яҡтан ышаныслы яҡлау телəйбеҙ. Ҡəҙерле коллегалар, һайлаған
һөнəрегеҙгə тоғро ҡалып, күңелегеҙҙең бер өлөшөн эшкə бүлеүегеҙ өсөн рəхмəт һеҙгə!
Һеҙҙең башланғыс эштəрегеҙ уңышлы булһын, эшегеҙ гелəн көс һəм юғары кəйеф, ҡəнəғəтлек килтерһен. Һеҙгə һəм һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы сəлəмəтлек һəм именлек телəйем!
Байрамығыҙ менəн һеҙҙе, хөрмəтле почта элемтəһе хеҙмəткəрҙəре!
Л.А.Веселова, Күмертау почтаһы начальнигы
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас