

Быйыл һəммəһе 12 һарыҡ салынасаҡ. Барыһы ла мəсеттə ашап бөтөлмəй, 8-е мохтаждарға таратыласаҡ. Əйткəндəй, ҡорбан малы Рамаҙан мəсете янында ғына салынасаҡ, ҡалған телəгəндəр йорттарына сала ала. Айнур Ҡəҙимов та бөгөн ҡоро ҡалманы, уның хəҙер яңы вазифа - район мəсетенең эштəр идарасыһы. Телгə шəп, эшкə лə шəп, тəртипле. Айнур фитыр саҙаҡаһы аҡсалары тураһында отчет бирҙе.
- Һəммəһе 67 мең һум йыйылғайны, шуларҙың күбеһенə мохтаждарға аҙыҡ-түлек алып тараттыҡ. Тороп ҡалған 12,4 меңен балаларҙың йəйге ялына (мəсет янында лагерь эшлəне) тотондоҡ, бына дəфтəр, унда барыһы ла яҙылған.
Репортаж тулыһынса гәзиттә баҫылды.