Байрамдар
20 Июля 2021, 03:10

ҠОРБАН ҒƏЙЕТЕ МӨБƏРƏК БУЛҺЫН

Күмертау ҡалаһының хөрмəтле мосолмандары! Ҡорбан байрамы менəн ихлас күңелдəн ҡотлайым! Быуаттар дауамында был көн ғəҙеллек, мəрхəмəтлек һəм үҙ-ара татыулыҡ, күңел тыныслығына ирешеү ваҡыты булып тора.

ҠОРБАН ҒƏЙЕТЕ МӨБƏРƏК БУЛҺЫНҠОРБАН ҒƏЙЕТЕ МӨБƏРƏК БУЛҺЫН
ҠОРБАН ҒƏЙЕТЕ МӨБƏРƏК БУЛҺЫН

Изге байрам ололарҙы хөрмəтлəргə, мохтаждарға ярҙам итергə, яҡындарың тураһында хəстəрлек күрергə, балаларҙы изгелекле һəм тəүфиҡлы итеп тəрбиəлəргə өйрəтə.
Ҡорбан ғəйете ҡалабыҙ мəнфəғəтендə яңы үрҙəргə ынтылышта көс-дəрт, барлыҡ эштəрҙə уңыштар алып килһен, һəр кемдең йөрəген шатлыҡ, гармония хисе менəн тултырһын. Барығыҙға ла һаулыҡ, ғаилə именлеге, бəхет телəйем!
О.Ю.ФРОЛОВ, Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиəте башлығы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас