

Ҡорбан байрамын мосолмандар хөрмəтлəп, ҙурлап ҡаршы ала, сөнки был тəрəн мəғəнəле байрам, ул йөрəктəрҙə булған көслө рухты, əхлаҡи таҙалыҡты һəм тəртиплелекте сағылдыра.
Беҙҙең район мосолмандары Ислам диненең ҡиммəттəрен тергеҙеүгə, йəмғиəтебеҙҙең əхлəҡ нигеҙҙəрен нығытыуға ҙур көс һала. Беҙҙең күп миллəтле районыбыҙҙа улар, башҡа конфессия вəкилдəре менəн əхлəҡлелекте, берҙəмлелекте, тыныслыҡ һəм именлекте тəьмин итəлəр. Ҡорбан ғəйете һəр ҡайһыбыҙға ла ҡыуаныстар, именлек, изгелектəр генə алып килһен.
Барығыҙға ла ныҡлы сəлəмəтлек, бəхет-шатлыҡтар, бəрəкəт һəм уңыштар телəйем!
Ю.Т. ИЛЬЯСОВ, Көйөргəҙе районы муниципаль район хакимиəте башлығы.