Яҡшымбәттә аш-һыуға һәр кем оҫта, малды салырға, итте ҡулын -ҡулса, ботон - ботса сабырға оҫталар, ҡулдары еңел. Кисә үк барыһын әҙерләп ҡуйҙылар - ит, йәшелсә, башҡа тәғәм. Картуф әрсеүҙе лә күңелде һалып башҡарҙылар, уны әрсей белеү ҙә һөнәр.
Табындарыбыҙ мул, Аллаға шөкөр, алда ла оҙаҡ йылдар бергә-бергә табын әҙерләп, уны уртаҡ ейеп, күп байрамдарҙы ҡаршыларға яҙһын. Ҡулыбыҙ кеүек, тормошобоҙ ҙа еңел барһын.