Байрамдар
25 Июля 2021, 06:27

Хәрби дингеҙ флоты көнө менән!

Тыуған илебеҙҙең һағында тороп, беҙҙең тыныс тормошобоҙҙо ҡурсалаған, хәрби караптарҙа, һыу аҫты кәмәләрендә, үҙҙәренең хәрби бурыстарын үтәгән моряктар - июль айының һуңғы йәкшәмбеһендә үҙҙәренең байрамдарын, йәғни – Хәрби Диңгеҙ Флоты көнөн билдәләйҙәр. 

Хәрби дингеҙ флоты көнө менән!Хәрби дингеҙ флоты көнө менән!
Хәрби дингеҙ флоты көнө менән!

Беҙҙең арала ла хәрби бурысын диңгеҙ флотында үтәгән яҡташтарыбыҙ байтаҡ. Фәнүр Әнүр улы Сәлтәшев өс йыллыҡ хеҙмәтен алыҫ Тымыҡ океан флотында үтте. Ул 1979 йылдың 3-сө майында хеҙмәткә саҡырылды. СССР-ҙың иң ҙур караптарының береһе булған бортында 1680 кеше хеҙмәт иткән, 18 вертолет, 30-ҙан ашыу самолет йөрөткән «Минск» крейсерында хеҙмәт итеп ҡайтты Фәнүр Сәлтәшев.
Форсаттан файҙаланып, мин районыбыҙҙың, ҡалабыҙҙың, ғөмүмән республикабыҙҙың, илебеҙҙең хәрби моряктарын, адмирал, мичмандарын, ветерандарын Хәрби дингеҙ Флоты көнө менән ҡотлайым. Үҙемдең өс йыл хеҙмәтемде һағынып иҫкә алам, ябай ауыл малайына диңгеҙ, океандарҙы гиҙҙереп, донъя күрһәткәндәре өсөн тыуған илем СССР-на бик ҙур рәхмәтлемен. Киләсәк тә хеҙмәткә алынасаҡ егеттәргә именлек теләп, матур итеп хеҙмәт итергә насип булһын!
Рәүеф Абдуллин, Яҡшымбәт ауылы.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас