Яна йөрәк, яна йөрәк, яна - пожарник кәрәк, данлыҡлы "Ҡыҙ урлау" әҫәрендәге ише, ысын Һабантуй булды ла китте был тамаша, былтырғы, Бахмуттағыһын, уҙҙырҙы, утыҙға яҡын ҡатнашыусы һөнәр оҫталары, уларҙан тыш райондың бөтөн мәҙәниәт эшселәре - клуб алды шығырым. Тамашала бөтәһе лә ҡатнаша ғына түгел, уны күрә лә алмағандыр - ҡыҙыу мәл, ураҡ ваҡыты. Искра хужалығы ла башы-тояғы менән эштә. Конторала ултырған ҡыҙ-ҡырҡын был йәһәттән уңды - икенсе ҡаттан, театрҙағы балкондан ҡараған һымаҡ, тәҙрә аша Һабантуйҙы тамаша ҡылдылар.
Мәҙәниәт хеҙмәтҡәрҙәре, булғас, булһын, шартына килһен тип, тере кешеләрҙән һындар яһағандар, улар клуб тупһаһына баҫты ла, ҡатты ла ҡалды, әйтерһең, ниндәйҙер скульптор Яҡшымбәткә бүләк итеп һәйкәлдәр яһап киткән. Бер ир байтаҡ ҡына уларға ҡарап башын тырнап торҙо, шунан аптырап әйтеп ҡуйҙы: бәтәс, былар һелкенә лә баһа.
Тән янды, йөрәк янды - янып ҡайттыҡ, ҡалай беҙҙә халыҡ оҫталары күп икән.
Туларыҡ "Оҫталар йәйғоро" тураһында иртәгә гәзиттә сыға.