Масштаблы сара булғастын, унда беҙҙекеләрһеҙ буламы - юҡ, әлбиттә. Студенттарыбыҙ ҡатнашты (Күмертау юғары уҡыу йортонан), улар өсөн ҡыуанып ултырҙыҡ - яҡты киләсәгебеҙ бар икән. Бына Данил Акилов та, район башлығы урынбаҫары, барған икән, уның фотолары район йәштәрен яҡшы һөнәр эйәләре булыуға этәрер тип ышанғы килә.
Розалина ниңә унда юҡ тип аптырап ҡына ултырһаҡ, Р. Ибраһимова ла шунда йөрөп ята. Унһыҙ булһа, был мәртәбәле сараның мәртәбәһе барыбер кәмер һымаҡ ине.
Бар донъяға шауланыҡ, артабан алға ҡарап китергә кәрәк - илгә эшсе ҡулдар кәрәк. WorldSkills-тан һуң, улар артыр тигән өмөттә ҡалабыҙ. Йәнә бер нәмә: эшселәр артһа, уларға Башҡортостанда лайыҡлы эш хаҡы түләгән эш урындары ла булһын ине. Һөнәр алып, Себер сығып китһәләр, байрам кәйефе һүрелер төҫлө.