Ысынында ла, был эштә үҙ һөнәрҙәренә ныҡ бирелгәндәр, мал йәнлеләр генә эшләй ала. Әле республика етәкселеге менән онлайн кәңәшмә бара, үткәнгә йомғаҡ, киләсәккә маҡсат ҡуйып ултырыуҙары. Һәм, әлбиттә, алдынғы ветеринарҙарҙы билдәләп үтәсәктәр, араларында беҙҙекеләр ҙә бар. Эштәре насар бармай, яңыраҡ, мәҫәлән, Абдул бүлексәһенә яңы машина бирҙеләр, башҡа төрлө мәшәҡәттәре килеп сыҡһа ла етәкселәре гел яндарында, Рәмилә Иҫәнғолованы барлыҡ коллегалары өрмәгән ергә ултыртмай. Беҙ ҙә ҡотлап сыҡтыҡ, Рәмилә Хәмит ҡыҙына тәбрик һүҙҙәренә ҡушып, шулайыраҡ тинек:
- Етәкселектең һеҙҙең эште күреүе, баһалауы яҡшы, ҡул аҫтығыҙҙа эшләгәндәр ауыҙынан маҡтау һүҙҙәре ишетеү тағы ла яҡшыраҡ. Аҫтан да, өҫтән дә юғары баһа ғына алып, оҙаҡ йылдар эшләргә яҙһын.