Байрамдар
1 Сентября 2021, 03:51

Баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә

Хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар, мәғариф хеҙмәткәрҙәре һәм ата-әсәләр!Барығыҙҙы ла Белем көнө һәм яңы уҡыу йылы башланыу менән ихлас ҡотлайым! 1 сентябрь – мөһим, тананалы байрам, ул кешеләрҙең һәр ваҡыт белемгә ынтылыуын һынландыра. 

Баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйәБаһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә
Баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә

Беҙ ғүмер буйы нимәлер өйрәнәбеҙ, камиллашабыҙ һәм рухи яҡтан үҫеш кисерәбеҙ, мәктәп иһә бына шул башланғысҡа нигеҙ һала. Был күркәм байрам көндө беҙ беренсе тапҡыр мәктәп буҫағаһы аша атлап уҙған 1-се класс балаларын айырым иғтибар менән солғап алабыҙ.
Ҡәҙерле уҡыусылар! Мәктәп йылдарында яңы белемгә, оҫталыҡҡа, таҫыллыҡҡа эйә буласаҡһығыҙ. Һеҙ һәр яҡлап белемле, тыуған ерҙе яратҡан ысын кешеләр булып буй етерһегеҙ, киләсәктә тыуған ҡала һәм республика үҫешенә ҙур өлөш индерерһегеҙ, быға иманым камил! Балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бар күңелен һалған уҡытыусыларға ҙур рәхмәт белдерәм. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ, илдең киләсәге үҫешенә өлөш индереүегеҙ баһалап бөткөһөҙ ҙур әһәмиәткә эйә. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйем! Яңы уҡыу йылы һөҙөмтәле, ижади яҡтан бай һәм уңышлы булһын!
О.Ю. ФРОЛОВ, Күмертау ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас