Байрамдар
1 Сентября 2021, 08:32

Ҡулға-ҡул тотоноп

Был мәртәбәле сараға китеп барғанда күңелде хәүеф тырнаны: балаларҙы тейешле һанда йыя алдылармы, кадрҙар проблемаһы юҡмы...

Ҡулға-ҡул тотонопҠулға-ҡул тотоноп
Ҡулға-ҡул тотоноп

Беҙҙең уҡыу йорто бит ул, ҡалалағы 3-әүҙең береһе.
Борсолоуыбыҙ юҡҡа булған, РПЛИ директоры ғорур рәүештә 315 уҡыусы быйыл уҡыясаҡ беҙҙә тине, былтырғынан күберәк, ә бишенсе класҡа 20 малай, 18 ҡыҙ бала килде тине. Кадрҙар менән дә бөтәһе лә һәйбәт, уҡытыусылар ҙа, тәрбиәселәр ҙә барыһы ла шыплап тултырылған.
Белем көнө байрамына Күмертау ҡала Советы депутаттары Маргарита Моратбаҡыева менән Фәнил Тунасовтар килде. Венер Ришат улының тәрбик һүҙҙәренән һуң (уныһы ҡыҫҡа ғына булды), депутаттар үҙ һүҙен әйтте. Улар ҙа дилбегәне ҡыҫҡа тотто. Линейка тиҙ бөттө, балалар кластарға ашыҡты. Алда оло, мөһим, яуаплы юл көтә, уны уңышлы ғына үтергә кәрәк, һүҙҙән эш яҡшы.
Беҙҙән һүҙ булманы, Венер Сабанчиндың ҡулын ҡыҫтыҡ: бөтөн берҙәм командағыҙ менән, ҡулға-ҡул тотоноп, еңеүҙәр артынан еңеүҙәр яуларға яҙһын. Байрамығыҙ менән! 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас