Байрамдар
14 Сентябрь 2021, 11:43

Дуҫлыҡ, берҙәмлек сараһы

Үткән ял ауылыбыҙҙың иң күркәм урамдарының береһе Калинин урамында ҙур байрам үтте. “Урам байрамы” көндө һауа торошо ла яҡшы торҙо, сараға килгән һәр кемде үҙенең яҡты нурҙары менән ҡояш сәләмләп ҡаршы алды.

Дуҫлыҡ, берҙәмлек сараһыДуҫлыҡ, берҙәмлек сараһы
Дуҫлыҡ, берҙәмлек сараһы

Калинин урамы бик оҙон, күп халыҡ матур һәм татыу ғүмер итә. Был көндө үҙҙәренең 80 йәштәрен билдәләгән Маһизар Ҡолғилдиеваны, Люциә Исхаҡованы, Нурзиә Нафиҡованы, Диләрә Бәшированы, 70 йәштәрен ҡаршы алған Лилиә Бәширова менән Нәфисә Хоҙайбирҙина, 55 йәшлек Радик Мәҡсүтов менән 35 йәшлек Руслан Мәҡсүтовтарҙы ла юбилейҙары менән тәбрикләп үттек. Шулай уҡ иң йәш сабый булған бер малай менән ҡыҙ ҙа бүләкһеҙ ҡалманы. Иңгә-иң терәшеп йәшәп, үҙҙәренең көмөш туйҙарын билдәләүсе Земфира менән Фәнил Ғүмәровтар, 35 йыл бергә ғүмер кисергән Сулпан менән Зөфәр Ғисмәтуллиндар ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы. Өлгөлө йорттар хужаларына ла Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Урам байрамы гөрләп үтте. Сараны үткәреүҙә староста итеп һайланған Земфира Ғүмәрова менән Венера Буранова тәүге көндән алып дәртләнеп әҙерләнеп йөрөнөләр, афарин ҡыҙҙар. Спонсор ярҙамы күрһәткән Марсель Шәнгәриев менән Руслан Таңатаровҡа рәхмәттәребеҙ сикһеҙ. 

Нәсимә ШӘМСҮТДИНОВА, Яңы Морпатал ауылы

Нәсимә апайҙың хаты тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас