Байрамдар
5 Октября 2021, 03:56

Ихлас рəхмəттəремде еткерəм

Хөрмəтле уҡытыусылар, белем биреү учреждениелары хеҙмəткəрҙəре, педагогик хеҙмəт ветерандары! Һеҙҙе һөнəри байрамығыҙ - Уҡытыусылар көнө менəн ихлас күңелдəн ҡотлайым!

Ихлас рəхмəттəремде еткерəмИхлас рəхмəттəремде еткерəм
Ихлас рəхмəттəремде еткерəм

Кешенең, ғаилəнең һəм йəмғиəттең көсө - белемдə. Белем донъяһына ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы һəр заманда ла беҙҙə тап бына уҡытыусы уятҡан. Бер ниндəй ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, педагогтар, белем һəм мəғрифəтлелек сығанағы булараҡ, халыҡта юғары əхлаҡлылыҡ тəрбиəлəгəн.
Бөгөн дə уҡытыусыларыбыҙ республикабыҙҙың лайыҡлы граждандарын тəрбиəлəүгə һəм уҡытыуға лайыҡлы өлөш индерə, үҙ бурыстарын намыҫ менəн үтəй. Кадрҙар, фəнни-методик потенциал, мəғлүмəти, матди-техник база район мəғариф системаһына сифат яғынан яңы бейеклектəргə күтəрелеү мөмкинлеге бирə. Балалар менəн эшлəгəн, уларҙы белем донъяһына алып ингəн, рухи камиллыҡҡа əйҙəгəн барлыҡ мəғариф хеҙмəткəрҙəренə ихлас рəхмəттəремде еткерəм. Һеҙгə ысын күңелдəн ныҡлы һаулыҡ, бəхет, ижади асыштар, оптимизм, үҙегеҙгə, уҡыусыларығыҙға ышаныс, аҡыллылыҡ һəм түҙемлек телəйем.
Ю.Т. ИЛЬЯСОВ, Көйөргəҙе районы муниципаль район хакимиəте башлығы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас