Байрамдар
5 Октября 2021, 04:00

Илебеҙ килəсəге һеҙҙең ҡулда

Хөрмəтле уҡытыусылар, мəғариф ветерандары! Һеҙҙе һөнəри байрамығыҙ - Уҡытыусылар көнө айҡанлы, ихлас тəбриклəйем!

Илебеҙ килəсəге һеҙҙең ҡулдаИлебеҙ килəсəге һеҙҙең ҡулда
Илебеҙ килəсəге һеҙҙең ҡулда

Уҡытыусы эше кешенəн ҙур көс һəм һəлəт талап итə. Уның хеҙмəте алдыялды белмəй, һəм ул оло ихтирамға лайыҡ. Ни өсөн тигəндə уҡытыу-тəрбиə эше сабырлыҡ һəм даими һөнəри камиллыҡ талап итə. Беҙгə белем донъяһына юл асҡан, тормош юлын һайлауға ярҙам иткəн рухи ҡиммəттəр менəн таныштырған, кешелəрҙе яратырға, мəрхəмəтлелеккə өйрəткəн уҡытыусыларыбыҙ хаҡындағы яҡты иҫтəлектəр һəр ҡайһыбыҙҙың йөрəк түрендə ҡəҙерлəп һаҡлана. Уҡытыусының йəмғиəт тормошонда тотҡан урыны оло баһаға лайыҡ: илебеҙҙең килəсəге, бөйөклөгө, ҡеүəте һеҙҙең ҡулдарҙа. Мөғəллим өсөн уҡыусыларының уңышынан да ҙур бəхет юҡтыр ул. Беҙ һеҙҙең фиҙаҡəр хеҙмəтегеҙ, үҙ һөнəрегеҙгə тоғро ҡалып, ышаныслы килəсəк тəрбиəлəүегеҙ өсөн рəхмəтлебеҙ.
Ҡəҙерле уҡытыусылар, ихлас күңелдəн һеҙгə ныҡлы һаулыҡ, именлек, сабырлыҡ һəм оптимизм, еңелдəн булмаған хеҙмəтегеҙҙə яңы уңыштар, яңы ижади үрҙəр яулауығыҙҙы телəйем.
О.Ю. ФРОЛОВ, Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиəте башлығы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас