Байрамдар
5 Октября 2021, 04:48

Уҡытыусыма

(Яманһарының 8 йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыларына бағышлайым). 

УҡытыусымаУҡытыусыма
Уҡытыусыма

Уҡытыусым, иртә менән класҡа
Тыныс ҡына, һүҙһеҙ керәһең.
Уҡыусылар барлап сығаһың да,
Хәл-әхүәлдәр һөйләп китәһең.

Көҙгө ап-аҡ ҡырау төшкән кеүек
Сәстәреңә ынйы һибелгән.
Беҙҙең шаянлыҡтан-шуклыҡтан
Маңлайыңа һырҙар сәселгән.

Тәбрик итеп ҙур байрамыңа
Шиғыр юлдарымды теҙәм мин.
Уҡыусыларыңдың исеменән
Рәхмәт ауаздары әйтәм мин.

Ҡыр ҡаҙҙары кеүек теҙелешеп,
Муйыл аҡ сәскәләр атҡанда
Аҡ ҡанаттар елпеп,
Остоҡ төрлө яҡҡа.
Уҡытыусым!
Ҡул болғаның беҙгә шул таңда.
Нәсимә ӘМЕРХАНОВА, Молокан ауылы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас