Байрамдар
5 Октября 2021, 08:00

Ҡулын ҡыҫтыҡ

Коронавирус ҡына ҡурҡыта буламы һуң беҙҙең күпте күргән уҡытыусыларҙы? Ярһыу йөрәк, дәртле күңелде кем тыйып тота алһын - бөгөн "Йәшлек" мәҙәниәт һарайында, ҙурҙан ҡубып, байрам иттеләр.  Кемдң-кемдең, мөғәллимдәрҙең быға тулы хоҡуҡтары бар - донъяның бар ауырлығын улар тәү башлап үҙ иңендә татый, шуға бөгөн иркенләп байрам иттеләр, ҡотлаштылар. 

Ҡулын ҡыҫтыҡҠулын ҡыҫтыҡ
Ҡулын ҡыҫтыҡ
Район башлығы вазифаһын әле Урал Ибраһимов тарта (Юлай Ильясов ял итә), ул ныҡ оҫта итеп ҡотланы район уҡытыусыларын, Совет рәйесе Фәнит Моратбаҡыев тәрбик һүҙҙәрен йәлләмәне, Евгения Бочарникова - шиғри күңелле ҡатын - ихлас ҡотлауҙарын тәрән хис менән әйтте. Ҡотлауҙар ифрат күп булды, быныһы иң шәп башҡорт теле класы, быныһы - башҡа яҡтан шәп,  был мәктәптең ихатаһы иң шәбе. 
Бындай тамашаны уҡытыусы алып барырға тейеш - Фәһим Боҫҡанов шәп артист та икән, тамада ролен оҫта башҡарҙы. Әйткәндәй, ул бит хәҙер Шәбағыш мәктәбе директоры (теге көндө әйтеп бөтмәгәйнек https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_60177), беҙ ҙә кулиса артына инеп, ҡулын ҡыҫтыҡ, уныҡы менән бергә барлыҡ мөғәллимдәрҙең ҡулын ҡыҫтыҡ, әйтерһең  - байрам менән, ҡәҙерле уҡытыусылар!  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас