Әйткәндәй, килә ул министр, мәҙәниәттеке - Шафиҡова Әминә, беҙҙәге музейҙағы ремонт тураһында ишеткән дә, үҙе килеп ҡарарға булған. Шуға Яңы Морапталда аҙ ғына өтәләнеү күҙәтелә. Беҙҙән алда ғына райондың мәҙәниәт әһелдәре, етәкселәре лә булып киткән - уйын эш түгел - Министр килә!
Яңы Мораптал мәҙәниәт йорто ялтлап торорға тейеш, анауы үләндәрегеҙҙе сабығыҙ, иҙәнгә йәбешкән һағыҙҙарҙы аҡтарығыҙ.. Юҡ -бар һорап аптыратмағыҙ Әминә Ивниевнаны.
- Атаҡ, беҙгә милли кәстүмдәр кәрәк тә баһа. Бейергә сыҡһаҡ, оят, ситек урынына кәлүш тигән кеүек. Ҡатын-ҡыҙҙар милли кейеме лә кәрәк, әле булған иҫкеләренә береһен дә һыйҙырып булмай.
Ҡыҫҡаһы, иртәнән һуңға беҙҙе ҙур тамаша көтә - музей асыу, министр килеү. Бәлки, бер ҡыҙып киткәндә, ситеге лә килеп сығыр.