

Фоейлағы Шәжәрәне ҡарап, бәрәмәс-өсбоҫмаҡ ҡушып, сәй эскәс, залға үттеләр. Район башлығы урынына ҡалған Урал Ибраһимов әллә нисә кешегә ҡотлау хаттары тапшырҙы, ҡотланыусылар барыһы бергә сыҡҡайны сәхнәгә, һыя алмай бер булдылар. Инде бөттөмө тиһәк, трибуна артына икенсе урынбаҫар Данил Акилов үтте, ул бер нисә кешегә Хөкүмәттең үҙенән маҡтау грамоталары тапшырҙы. Артынса сәхнәгә сираттағы урынбаҫар Тимур Иҙрисов менде, уның да, Республика көнө уңайынан, әйтер һүҙе, ҡотлар кешеләре бар икән.
Барыһының да йөҙө көләс, шат, әйтерһең, бер нисә йылға артҡа элекке тормошҡа кире ҡайттыҡ - донъяла сир юҡ, ҡурҡыу юҡ, кеҫәлә, йыйылып, әллә нисә битлек тә ятмай. Алдағы көндәрҙә бер ниндәй фобияһыҙ ғына йәшәргә ине.