

Бөгөн был матур йоланы районыбыҙҙың өс өлгөлө ғаиләһе әҙерләгән: Йомағужанан - Мәхмүтовтар, Ҡотлоюлдан - Яманһаровтар һәм Ҡансыра ауылынан Имаковтар. Байрам бик матур ойошторолған ҡатнашыусыларҙың ҡул эштәренән, һый-хөрмәтенән өҫтәлдәр һығылып тора.
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Урал Ибраһимов:
- Был бик әһәмиәтле, эстәлекле, тәрән мәғәнәле байрам. Йәш ғаиләләргә өлгө булып, улар мотлаҡ уҙғарылып торһон, халҡыбыҙ һаны артып торһон, - тип рәхмәттәрен еткерҙе.