Байрамдар
29 Октября 2021, 08:06

"Йәшлек менән хушлашмайым"

Мы пройдём сквозь шторм и дым,Станет небо голубым…Не расстанусь с Комсомолом, Буду вечно молодым!(Халыҡ яман инде, лаҡап та сығарғандар, имеш, Алла Пугачева ошолай тип әйтә: «Не расстанусь с комсомолом, буду вечно c молодым»).

"Йәшлек менән хушлашмайым""Йәшлек менән хушлашмайым"
"Йәшлек менән хушлашмайым"
Николай Добронравов был һүҙҙәрҙе әллә ҡасан яҙған, ул саҡта Комсомолһыҙ бер нимә лә эшләнмәгән, ҡайҙа ауыр - улар шундай булған. Хәҙер Комсомол урынын башҡалар алды, тик комсомолда булған дәрт, идея, аһәң быларҙа юҡ. 
Добронравов ябай шағир ғына түгел, күрәҙәсе лә булған икән, комсомол әле лә барыбер үлмәгән, йәшәй, уның менән хушларшырға ашыҡмаған кешеләр, билеттары арҡаһындамы, башҡа сәбәптәнме, һаман йәш, дәртле булып ҡала. 

Афонина Наталия, райондың архивын етәкләгән ҡыҙ (ҡатын тип әйтеп ҡара - телең ҡорор), комсомол билеты менән һаман да хушлашмаған, һаман йәш, матур, дәрт тигәне ташып тора.  

Элекке идеяларға тоғро ҡалғандарҙы барыһын да Комсомол байрамы менән, бөтәгеҙгә лә һәр саҡ Наталья Юрьевна кеүек йәш тә, матур ҙа булырға теләйбеҙ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас